Йәрәбә һалынды

Тулыраҡ: Йәрәбә һалынды

Берҙәм республика округы буйынса һайлау бюллетенендә һайлау берләшмәләренең эмблемаһы һәм урыны асыҡланды. Ул Республика үҙәк һайлау комиссияһында үткән йәрәбә тотоу барышында билдәләнде. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутатлыҡҡа дәғүә итеүселәр шулай уҡ республика матбуғат баҫмаларында агитация өсөн майҙан һайланы. Был дә йәрәбә нигеҙендә башҡарылды. Хәбәр итеүебеҙсә, һайлауҙа алты сәйәси фирҡә исемлегендә 736 кандидат теркәлгән. Бер мандатлы округтар буйынса республика парламентына 290 кандидат дәғүә итә. Һайлау алды компанияһы барышында улар республика буйынса таратылған 9 һәм урындағы матбуғатҡа ҡараған 122 баҫма биттәрендә агитация материалдарын баҫтыра ала.