Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Үҙәк Африка республикаһында үлтерелгән 3 журналистың күҙәһе йома Рәсәйгә килтереләсәк. “Сиктәрҙе белмәүсе репортерҙар” ойошмаһы хәбәрселәрҙе үлтереүҙе ентекләп тикшерергә саҡырҙы.
  • Калининградта “Ислам дәүләте” төркөмсәһе эшмәкәрлегенә ҡағылышы булған 9 кеше ҡулға алынған. Улар тыйылған әҙәбиәт таратыуҙа һәм террорсылар төркөмдәрен тулыландырыуҙа шикләнә.
  • Американың Техас штатындағы Ирвинг ҡалаһында автомобиль ҡуйыу урыны емерелеп төшкән. Ҡотҡарыусылар бер-нисә автомобилде харабалар аҫтынан сығара алмаған. Йәрәхәтләнеүселәр юҡ.
  • Мексиканың Дуранго ҡалаһы янында Аэромехико самолеты һәләкәткә тарыған. Көслө ел сәбәпле осҡос һауаға көтәрелә алмаған. Борттағы 103 кеше лә иҫән-һау. 98 кеше йәрәхәтләнгән.