Республика әҙәбиәт милли музейы хеҙмәткәрҙәре әле яҙмаларҙың тарихи һәм әҙәби ҡиммәтен асыҡлау менән мәшғүл. Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм драма театрының элекке етәксеһе Нәжибәк Хафизовҡа яҙылған биш йөҙ хаттың эстәлеген тәрән өйрәнәһе бар.Әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре яңы экспонаттарҙы авторҙары буйынса айырып тәртипкә килтергән. Араларында Мостай Кәрим юллаған яҙмалар 13 кенә. Бер нисә телеграмма, ике хат, ҡыҫҡа яҙмалар араһында ышаныс ҡағыҙы бар. Халыҡ шағиры Нәжибәк Хафизовтан үҙ исеменә килгән аҡсаны алыуҙы үтенгән. Хат юлдарындағы ихласлыҡ ике әҙиптең бер-береһенә ҡарата дуҫтарса ышаныслы мөнәсәбәтен дәлилләй. Халыҡ шағиры Нәжибәк Шайкамал улы менән эш, хеҙмәттәшлек тураһында ғына түгел, шәхси тормош кисерештәре менән дә уртаҡлашҡан. Мостай Кәримдең илленсе йылдар аҙағында Железноводскиҙан яҙған хатында ҡыҙы Әлфиә тураһында йөкмәткеле бер нисә һөйләм бар.Уникаль хаттар тураһындағы хәбәрҙе Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Кәримова һөйөнөп ҡабул итте. Беҙҙең телеканал менән бәйләнешкә сығып ул үҙенсәлекле яҙмалар менән шәхсән танышырға теләгәнен белдерҙе. Нәжибәк Хафизовтың тормошо менән ижады тураһында мәғлүмәт аҙ. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, яҙыусы, драматург, бер нисә шиғыр йыйынтығы авторы. Ул балалар өсөн яҙған, рус һәм сит ил яҙыусылары әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә иткән. Танылған Кәтүк менән Бағанай образдарын сәхнәгә сығарған. Яңы табылған хаттарҙан Нәжибәк Хафизовтың уларҙы ҡәҙерләп һаҡлағаны күренә, ти музей хеҙмәткәрҙәре.Хаттарҙы киләсәктә тәрән өйрәнеү бурысы тора. Белгестәр яҙмаларҙың әһәмиәтендә шикләнмәй. Улар әҙәбиәт донъяһын ғына түгел, төбәк тарихын да ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән байытырға мөмкин.Тапшырылған хаттар музей фондында рәсми теркәлеп ғилми хеҙмәткәрҙәр тарафынан тейешле баһа алғас киң күргәҙмәгә ҡуйылыр тигән өмөт бар. Әҙәбиәт һөйөүселәргә был ваҡиғаны бер аҙ көтөргә тура киләсәк.
Ҡиммәтле хаттар
Тулыраҡ: Ҡиммәтле хаттар