Башҡортостанға күрше төбәктәрҙән ит индереү тыйылыуы ихтимал. Хайуандарҙың ҡурҡыныс ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышында шундай тәҡдим индерелде. Республика менән күрше төбәктәрҙә әле ҡош киҙеүе, африка тағуны тарала. Шуның менән бәйле төбәктә ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы. Әле барлыҡ юлдарҙа ла ветеринар контроль постары ҡуйылған, Башҡортостанға индерелгән ит ентекләп тикшерелә. Иҫегеҙә төшөрәбеҙ, былтыр бешмә ауырыуы сәбәпле республика 50 миллион һумлыҡ зыян күргәйне.
Республикаға ҡош киҙеүе янай
Тулыраҡ: Республикаға ҡош киҙеүе янай