Иң яҡшы ун комбайнсыға автомобилдәр бүләк ителәсәк

Тулыраҡ: Иң яҡшы ун комбайнсыға автомобилдәр бүләк ителәсәк

Был хаҡта республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Үҫтерелгән уңышты йыйып алыуҙа юғары күрһәткестәргә ирешеүселәргә Шевроле машиналары тапшырыласаҡ. Уларҙы һатып алыуға 8 миллион һум аҡса бүленгән. Иң яҡшы комбайнсылар октябрь аҙаҡтарында билдәләнәсәк. Уңыш батырҙарын автомобилдәр менән бүләкләү Республика башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдиме буйынса 2016-сы йылда башланды.