Йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы

Тулыраҡ: Йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы

Күгәрсен районы агросәнәғәт комплексы предприятияларының береһендә 5 йәш белгес эш башланы. Уларҙың барыһы ла дәүләт ярҙамы күрһәтеү программы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр алған. Марсель Талипов был хужалыҡта 3 йылдан ашыу эшләй. Ауылда эшләүҙең ауыр икәнен яҡшы белһәмдә, был һөнәрҙе һайлауыма бер ҙә үкенмәйем, ти ул. Аграр университетты тамамлаусыларға эшһеҙлек янамай. Сөнки барыһы ла тиерлек эш урынын һайлап өлгөргән. Күптәре эшкә тыуған хужалыҡтарына ҡайта. Гөлдәр Иҫәнғолова был хужалыҡта иң йәш белгестәрҙең береһе. Аграр университетты тамамлағас ул да йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү программаһы буйынса 500 мең һум күләмендә аҡса ала. Бынан тыш, йәш белгестәргә ай һайын 7 мең һум күләмендә түләүҙәр ҙә ҡаралған.2018 йылда Башҡортостанда 60 юғары һәм 20 урта белемле йәш белгестәр агросәнәғәт комплексы предприятияларына эшкә ҡайтҡан. Уларҙың һәр береһе 300 мең һәм һәм 500 мең һәм күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр алған. Мәҫәлән, Күгәрсен районына быйыл 5 йәш белгес ауыл хужалығы тармағына эшкә ҡайтҡан. Йәш белгестәр билдәләүенсә, ауыл хужалығы тармағында яңы технологиялар индереү, уңыш күләмен арттырыу – ул һәр белгестең төп маҡсаты. Тармаҡ әле көнбайыш санкцияларына ҡаршы тороуҙа ил иҡтисадының айырылғыһыҙ бер өлөшө булып ҡала.Күгәрсен районы хужалығында әле тиҫтәгә яҡын йәш белгес эшләй. Дәүләт яғынан аҡсалата ярҙамдан тыш, район хакимиәте уларға шулай уҡ торлаҡ мәсьәләһен хәл иткән. Был, тәү сиратта, йәштәрҙе ауылға йәлеп итеү маҡсатынан эшләнә.Әгәр ҙә 2013 йылда был программаны ғәмәлгә ашырыуға федераль ҡаҙнанан 189 миллион һум бүленһә, быйыл 290 миллион һумдан ашыу ҡаралған. Ә 2020 йылға был сумманы 335 миллион һумға тиклем еткереү ҡарала.