Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Израиль Газа секторына яғыулыҡ һатыуҙы туҡтатырға ҡарар иткән. Был сик буйындағы һуғышҡа һәм ут төртөү өсөн ҡулланылған шарҙар осороуға бәйле.

Франция президенты бөгөн Бөйөк Британия етәксеһе менән осраша. Брекситтан һуң Тереза Мэй Европа берлегенең иҡтисади даирәһендә ҡалырға ниәтләй. Кире осраҡта ил бик күп ташламаларын юғалтасаҡ.

Аномаль эҫелектән Германияның Рейн йылғаһы һайыға башлаған. Эльбала һыу кимәле 54 сантиметрға, киңлеге бер-нисә метрға кәмегән. Йылғалар буйлап йөк ташыу ҡатмарлашҡан.

Новокузнецк ҡалаһында спиртлы эсемлектәр тейәгән йөк машинаһы стеллаға бәрелгән. Водитель һәләк булған.