Красноярск крайында бөгөн матәм көнө

Тулыраҡ: Красноярск крайында бөгөн матәм көнө

Авиафажиғәлә 18 кеше һәләк булды. Улар араһында Башҡортостандан 7 ватандашыбыҙ бар. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәләк булыусыларҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға төрлө яҡлап ярҙам итергә ҡушты. Башҡортостандан Себергә йөрөп эшләүселәр менән фажиғәләр йыш теркәлә. Быға тиклем 16 апрель Ямалда Нефаз һәм Ман машиналары бәрелешеү һөҙөмтәһендә республиканан вахтовиктар йәрәхәтләнгәнәйне. Ситтә эшләүселәрҙең хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары ла йыш теркәлә. 2016-сы йылда Башҡортостандан 30-лап кеше эш хаҡтарын ваҡытында түләүҙе талап итеп аслыҡ иғлан иткәйне.