Өфөлә бөгөн кисәге ямғыр эҙемтәләрен бөтөрәләр

Тулыраҡ: Өфөлә бөгөн кисәге ямғыр эҙемтәләрен бөтөрәләр

Ярты сәғәт эсендә тиерлек башҡала урамдарын һыу баҫты. Айырым урындарҙа хатта автомобиль хәрәкәте лә туҡтаны. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер биналарҙы ла һыу баҫҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы кешеләр эвакуацияланманы, йәрәхәтләнеүселәр юҡ, тип хәбәр итә. Йәшәйеште тәьмин итеү объекттарында ла авариялар теркәлмәгән. Синоптиктар һауа торошоноң боҙолоуын алдан хәбәр итһә лә, көслө ел сығып, ҡойма ямғыр һәм боҙборсаҡтың ҡапыл яуыуы ҡала халҡын аптырашта ҡалдырҙы. Өфө буйлап һыу кисеп йөрөгән автомобилдәрҙе Ибраһимов бульварында күҙәтергә мөмкин ине. Ҡала коммуникацияларының ташҡынға ҡаршы тора алмауы арҡаһында Султанов урамындағы шәхси йорттарҙы ла һыу баҫҡан. Тау түбән булғас, гөрләүек ерҙе йыуҙырып, үҙенең юлында бар нәмәне лә ағыҙып алып китә. Ҡойма ямғыр кешеләрҙе уңышһыҙ ҙа ҡалдырҙы. Баҡсаларҙағы йәшелсә-емештең бер өлөшө һыу аҫтында ҡалған, икенсеһе бөтөнләй йөҙөп киткән. Асҡын районының Упҡанкүл ауылында йәшәүселәр ҙә тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күргән. 5-10 сантиметр ҙурлыҡтағы боҙборсаҡтар менән көслө ел хатта ағастарҙы йыҡҡан. Ярай әле, тәбиғәт ғәрәсәте ҡорбандарһыҙ үтте. Бындай ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең кеше ғүмеренә лә хәүеф менән янағаны яҡшы билдәле. Былтыр сентябрҙә Өфөнөң Рәсәй урамында көслө ағым ир кешене аяҡтан йығып, ағыҙып алып китә. Ул иҫен юғалтып һыуҙа тонсоға. Ә был видео өс көн элек кенә Сочила төшөрөлгән. Урамдан китеп барған ҡатындың эргәһендәге малай секунд эсендә юҡ була. Ул көслө ямғыр ағымында күренмәй ятҡан ямғыр канауына төшөп киткән. Өләсәһе ни күпме ҡысҡырып эҙләһә лә, тапмай. Сараһыҙлыҡтан ҡатын үҙе лә ейәне артынан шул канауға һикерә. Тик көслө ағым малайҙы диңгеҙгә алып киткән була, ҡотҡарыусылар уның үле кәүҙәһен таба. Асыҡланыуынса, был ғаилә Татарстандан Сочиға ял итергә генә килгән булған. Баланың ғүмерен ҡыйған асыҡ люктар Өфөлә лә байтаҡ. Шуға ла үткән ялдағы кеүек көслө ямғырҙар мәлендә аяҡ аҫтына ҡарап ҡына йөрөү һәм иғтибары булыу кәрәк, йә бөтөнләй урамға сығыуҙан тыйылып тороу хәйерле.