Быйыл апрель айында Пархоменко урамы юлы машиналар өсөн яртылаш ябылып, унда ремонт эштәре башланғайны. Эшселәр төп канализация-насос станцияһынан сыҡҡан торбаларҙы алыштырыуға тотондо. Тимер торбалар 1987-се йылда һалынған. Яңылары полиэтилен материалдан. Ҡаланың канализация торбалары магистрале башлыса юлдар аҫтынан үтә. Ҡасандыр был торбаларҙы алмаштырыу өсөн юлды буйынан-буйына ҡаҙырға тура килһә, яңы алым бер нисә урында эшләнгән соҡор аша йөҙәрләгән метрлыҡ торбаларҙы һуҙырға мөмкинлек бирә. Ул сығымдарҙы ла кәметә, ти белгестәр. Алымдың үҙенсәлеге – иҫке торбаларға теймәй, яңыларын уларҙың эсенән үткәреү. Һуңғы йылда миҙгел алышынған ваҡыттарҙа торбалар тишелеп был районда йәшәүселәр ыҙаланһа, киләсәктә бындай мәсьәлә тыумаҫ, тип көтөлә. Махсус ҡоролма торбаларҙы йөйһөҙ йәбештерергә ярҙам итә. Эштәр ноябрь аҙағына тиклем алып барыласаҡ. Әлегәсә планлаштырылған 1,5 саҡырым торбаның 977 метры алыштырылған. Алда уларҙы иң ҡатмарлы өлөш көтә. Быйыл Бәләкәй Ебәкселәр урамына тиклемге торбалар яңыртылһа, киләһе йылда ла 1,5 саҡырым торба һуҙыу ҡаралған. Ул Бәләкәй Ебәкселәр урамы һәм Зорге-Кадомцевтар урамдары киҫелеше арауығын үҙ эсенә аласаҡ.
Өфөлә ҡышҡылыҡҡа етди әҙерлек бара
Тулыраҡ: Өфөлә ҡышҡылыҡҡа етди әҙерлек бара