Республиканың көньяғында янғын сығыу хәүефе арта

Тулыраҡ: Республиканың көньяғында янғын сығыу хәүефе арта

Бөгөндән 8-се августҡа тиклем республиканың көньяғында янғын сығыу хәүефе арта. Әлегә Бөрйән урмансылығы биләмәһендә бер ут сығыу осрағы теркәлгән. Ут 3 гектар самаһы майҙанды ялмап алған. Урында 10 берәмек махсус техника һәм ике тиҫтәгә яҡын янғын һүндереүсе эшләй. Янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.