- Мәскәү өлкәһендәге бер ҡалала кәмә моторҙарын ремонтлау сервисы һәм мотоциклдар һатыу салоны янып киткән. 700 квадрат метрҙа утты һүндереүҙә 64 кеше, 19 берәмек техника ҡатнашҡан.
- Сочи ҡалаһында полиция һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре йылға ағыҙып алып киткән 4 йәшлек ҡыҙҙы эҙләй. Уның әсәһе икенсе яҡ ярға сығып өлгөрә, ике балаһы һәм туғаны ағып китә.
- Португалияла йөҙләгән янғын һүндереүсе, тиҫтәлән самолет мең гектарҙы ялмап алған ут менән көрәшә. Хәүефле биләмәнән 100-ләгән кеше эвакуацияланған. Былтыр Португалияла урман янғындарында 110 кешенең ғүмере өҙөлгәйне.
- Тегеранға ҡарата санкциялар индерелеүе ихтимал. Америка Иран атом программаһы буйынса күләмле пландан баш тартты. Иҡтисади мәсьәләләр килеп тыуыу сәбәпле илдә ҡаршылыҡ акциялары башланған.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре