Ислам дине нигеҙен тәшкил иткән биш ғәмәлдең береһен башҡарырға быйыл республиканан 1 меңү алты йөҙ мосолман теләк белдергән. Бөгөн төнөн 49 кешенән торған төркөм юлға сыҡты. Өфө ҡалаһының Туҡай урамындағы беренсе йәмиғ мәсете- мосолмандар изге сәфәр алдынан йыйылыу урыны. Уларҙың барыһын да бер үк маҡсат, бер үк ниәт берләштерә.Юл тоҡсайҙары әҙерләнгән, унда кәрәк-яраҡтар, тиҙ әҙерләнә торған аҙыҡ-түлек һәм еңелсә кейем. Һәр береһендә тулҡынланыу тойғоһо ла һиҙелә, шатлыҡ нурҙары ла балҡый. Уларҙы алда оҙон юл, ҙур сәйәхәт, изге эш көтә. Буласаҡ хажиҙарға виза менән паспорт, Мәккә һәм Мәҙинәгә хаж ҡылыу ҡылыу үҙенсәлектәре тураһында китаптар ҙа бирелә. Алмира Ғилманова изге урындарға икенсе тапҡыр сәфәр ҡыла.Хаж ваҡытында мөмкин булмағандар тормошҡа аша, тип уртаҡлаша.Әсҡәрәли Хәмдәмов. Бер тәүлек эсендә Өфөнән Ханты-Мансы автономия округынан килеп етеүен ул мөғжизәгә тиңләй. Хажиҙар бер тәүлектән Мәккәгә барып етәсәк. Быйыл Рәсәй хажилары өсөн 200 мең 500 квота бирелгән. Улар араһындағы 1600 кеше изге урындарға сәфәрҙе республикабыҙ туроператоры аша ҡыласаҡ. Хаж — мосолмандар өсөн изге ғәмәл-Мәккә ҡалаһындағы Ҡәғбәтулла мәсетенә барып ғибәҙәт ҡылыу. Мөмкинлеге булған һәр мосолманға ғүмерендә бер генә мәртәбә булһа ла хаж ҡылыу фарыз.
Башҡортостандан хаж ҡылыусыларҙың тәүге төркөмө Мәккәгә юлланды
Тулыраҡ: Башҡортостандан хаж ҡылыусыларҙың тәүге төркөмө Мәккәгә юлланды