Башҡорт шағирҙарының ижадын мәңгеләштереп

Тулыраҡ: Башҡорт шағирҙарының ижадын мәңгеләштереп

Ауырғазы районында йәшәүсе оҫтабикә билдәле яҡташтарының шиғырҙарын туҡымаға сигеп халыҡҡа танытыу юлын тапҡан. Шағир түгел, әммә ижадсы. Гөлфиә Ханнанова башҡорт шиғриәтен мәңгеләштереүҙе һынлы сәнғәт аша башҡара. Бүләк өсөн башҡарылған ижад емешенең яратҡан шөғөлгә әйләнеп киткәнен һөйөнөп һөйләй ханым.Сигеү оҫталығын ул хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына үҙләштерә. Әммә үҙ ҡулдарым менән матурлыҡ тыуҙырыу теләге электән бар ине тип серен аса ханым. Илһамландырыр сығанаҡ – ғаиләлә быуындан быуынға тапшырылып килгән сигеүле яҫтыҡ.Гөлфиә Ханнанова яҡташ шағирҙарының ғына шиғырҙарын мәңгеләштерә. Әйткәндәй, Рәшит Назаров ижады оҫтабикәнең коллекцияһында төп урын алып тора. Сөнки шағир менән улар икеһе лә бер үк ауылда – Торомбәттә тыуып үҫкән. Әле ханым билдәле яҡташының йорт музейын асыу хыялы менән янып йәшәй. Изге эштә арҡаҙаштар ҙа табыла, Толбазы башҡорт гимназияһында бының өсөн айырым бүлмә бирергә әҙерҙәр, хатта президент грантына ғариза ла тапшырып өлгөргәндәр.Билдәле шағир иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә дәүләт яғынан да ярҙам булыр тип өмөт итә Гөлфиә Ханнанова. Республика башлығы грантына конкурс 14 августҡа тиклем бара. Ә үҙе киләсәктә ижади эштәренән күргәҙмә ойоштороу һәм сигеү эшен милли кейемдәр тегеү менән дауам итеү пландпры менән янып йәшәй.

Был йорттоң ишектәре тәүлек әйләнәһенә асыҡ. Изгелек өләшеү, ихлас аралашыу, ғибәҙәт ҡылыу өсөн. Мәсет халыҡты берләштереп кенә ҡалмай. Ул әхләҡ ҡағиҙәләрен нығытып ауылға ҡот бирә.

Күңелдәге изгелеген башҡаларға өләшер мәле еткәнде Манфәс хәҙрәт кинәт аңлай. Ҡәҙимгесә тормош, эш, ғаилә, мөлкәт менән мәшғүл ир уҙаманы тәүҙә хаж ҡылыуға ихтыяж тоя. Ислам диненең изге урындарында доға ҡылып хажи дәрәжәһен алып ҡайтҡас та тыуған ауылында мәсет һалырға ҡарар итә.

Туғандары һәм ауылдаштары һөйөнөсөнә бынан ун йыл элек Шаранбаш Кенәздә күркәм иман йорто асыла. Хәҙрәт уға әсәһе хөрмәтенә Факия тип исем бирә.

Исем ҡушыу, никах уҡыу, һуңғы юлға оҙатыу – кеше ғүмере ошо ғәмәлдәрһеҙ тормай. Шатлыҡты ла, ҡайғыны ла уртаҡлашыр ҡәрҙәштәр йәшәү көсөн бирә. Изге доғалар тынысландыра һәм өмөттәрҙе нығыта. Ауыл кешеләре мәсеткә бер-береһе менән осрашып аралашыр өсөн килһә, балалар белем алырға теләй. 2015 йылдан бында мәҙрәсә эшләй. Дәрестәр ял көндәрендә үтә.

Ғибәҙәт йортондағы мәҙрәсәлә тәртип ҡағиҙәләре ҡәҙимге мәктәптекенән артыҡ айырылмай. Күнегеүҙәр көнөнә өс сәғәт, дәрестәр ҡырҡ минут бара. Тәнәфестәр ихлас аралашыуҙар өсөн. Уҡыусыларҙан иһә ихтирам менән иғтибар талап ителә.

Ҡыҙҙар менән малайҙар ғәрәп хәрефтәрен танырға һәм доға уҡырға бер бүлмәлә өйрәнә. Мәҙрәсәлә йәш буйынса ла сикләүҙәр юҡ. Иң кесе уҡыусыға 7, иң олоһона 17 йәш.

Районда сүрәләрҙе яттан уҡыу буйынса ярыштар йыш ойошторола. Айһылыу Әхмәҙуллина шуларҙың береһендә икенсе урынды яулаған. Ҡаҙанышы менән маҡтанмай, бары әсәһенә һөйөнөс килтереүенән ҡәнәғәт.

Ислам тарихы, ғәрәп теле, Ҡөрьән һәм уның тәфсирҙәре, хәҙистәр, шәриғәт нигеҙҙәрен өйрәнгән балалар артабан юғары дини уҡыу йорттарына юлланыу маҡсатын ҡуймай. Был белемдең тәрбиәүи мәғәнәһе ҡиммәт.

Ағуна ояһылай ғына булһа ла мәсет төҙөгән кешегә Аллаһы ожмахта йорт әҙерләй. Ошо хәҙистең мәғәнәһен нығытып, мәсетте ауыл халҡы кешеләрҙе берләштереп татыу йәшәргә өйрәткән, насар ҡылыҡтарҙан аралап тәртипкә өндәгән ғибәҙәт йорто, тип ҡабул итә. Уның һәр кешегә айырым ғына түгел, ә тотош йәмғиәткә файҙа килтергәнен таный. Был хәҡиҡәтте хәҙер балаларҙың да аңлауы һөйөнөс.