Ел мунсаның ҡыйығын алып ырғытҡан

Тулыраҡ: Ел мунсаның ҡыйығын алып ырғытҡан

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә һәм Нагаево ауылында ла тәбиғәт үҙ холҡон күрһәткән. Бер-нисә минут дауамында эре боҙборсаҡтар яуған. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер йорттарҙың һәм урамда ҡалған машиналарҙың тәҙрәләре ватылған. Баҡсалағы йәшелсә-емеш тә зыян күргән. Борсаҡ ҡатыш ямғыр яуғандан һуң, ауылда дауыл сыҡҡан. Көслө ел бер-нисә төҙөлөштөң ҡыйығын осорған. Ә был видео авторының күҙ алдында көслө елдән күршеһенең мунсаһы емерелеп төшә. Благовещен районы Осиповка ауылында ла көслө ел йорттарҙың ҡыйығын алып ташлаған. 19 ғаилә урамда тороп ҡалған.