Башҡаланың Пушкин, Свердлов урамдары дауамындағы шәхси йорт хужалары үҙ йорттарында ҡалырға ҡурҡа, сөнки ташҡын буласаҡ уңышҡа ғына түгел, иҫке йорттарға ла зыян килтергән. Роберт Әғлетдинов икенсе көн ҡойма ямғыр эҙемтәләре менән көрәшә. Төҙөлөш өсөн тип индерелгән ҡомдо ташҡын йыуып төшөргән. 50 йылға яҡын йәшәп бындайҙы тәүгә күҙәтәм, ти йорт хужаһы. Был кадрҙар Солтанов урамындағы шәхси ихаталарҙың береһендә төшөрөлгән. Бындай күренеш тау битләүендә урынлашҡан йорттарҙың һәр береһендә тиерлек булған. Йәй буйына ҡарап үҫтергән уңыштан бер нимә лә ҡалманы, тип зарлана оло йәштәге ханым. Ағым һөҙөмтәһендә урам эсендә йырын, 80-де үткән Валентина Бейгул хәҙер өйҙән дә сығырға ҡурҡам, ти. Йәкшәмбеләге ҡойма ямғыр ваҡытында ҡаланың күпселек өлөшөн һыу баҫты, әммә ул бер сәғәт тирәһендә китеп бөттө. Көслө ямғыр ваҡытында Свердлов, Пушкин һәм Арал урамдарынан түбәнгә урғылған һыу ошо урынға йыйыла. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, бында ҡасандыр ямғыр һыуҙарын үткәреүсе махсус ҡойо булған, хәҙер ул үҙ функцияһын үтәмәй. Һөҙөмтәлә һыу түбәнгә ағыла, трамвай юлдарын йыумаһын өсөн бында махсус торба һалғандар.Ленин районы хакимиәте, әлбиттә, проблема тураһында хәбәрҙәр, әммә сәбәпте ямғырҙың үтә көслө яуыуына һылтайҙар.Ағым һыуҙарын үткәреү системаһы ҡабаттан тикшереләсәк, тип ышандырҙы белгестәр, ә бындай ҡоролма булмаған өлөшөндә йәшәүселәргә Өфө ҡалҡыулығы битләүендә яңы йорттар ҡалҡып сыҡҡанын көтөргә ҡала.
Өфөлә йәшәүселәр ҡойма ямғыр эҙемтәләре менән көрәшә
Тулыраҡ: Өфөлә йәшәүселәр ҡойма ямғыр эҙемтәләре менән көрәшә