Сипайловола атыш

Тулыраҡ: Сипайловола атыш

Башҡортостан Эске эштәр министрлығы Сипайлово биҫтәһендә ҡоралдан атыу осрағына аңлатма бирҙе. Кисә 22 сәғәттәр тирәһендә полицияға Өфөлә йәшәүселәр араһында тыуған бәхәс хаҡында хәбәр итәләр. Ғауға барышында бер нисә тапҡыр травматик ҡоралдан атыу тауышы яңғырай. Һөҙөмтәлә башы йәрәхәтләнгән 45 йәшлек ир дауаханаға оҙатыла. Бәхәстә ҡатнашҡан тағы ике кешегә табиптар ярҙамы талап ителә. Ваҡиға урынына Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы 8-се полиция бүлегенең тәфтиш-оператив төркөмө ебәрелә. Полиция хеҙмәткәрҙәре бәхәстә ҡатнашыусыларҙы тота. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.