- Силәбе өлкәһендәге полигонда Үҙәк хәрби округтың Урал танк дивизиһы күнекмәләре үтте. Унда 7 меңдән ашыу хәрби, Су-24 бомбардировщиктары, Ми-8 һәм Ми-24 вертолеттары ҡатнашты. Күнекмәләр ваҡытында бер үк ваҡытта 200 танк һөжүмгә ташланған.
- Израилдың оборона министрлығы Газа секторы менән диңгеҙҙә барьер ҡора башлаған. Уның оҙонлоғо 200, киңлеге 50, бейеклеге 6 метр. Израиль фекеренсә, ҡоролма ХАМАС төркөмөнә ил биләмәһенә инеүҙә ныҡлы кәртә буласаҡ.
- Италияның Болонья ҡалаһында шартлау сәбәпле 80 кеше яраланған, ике кеше һәләк булған. Фажиғә аэропорттан йыраҡ түгел, эстакадала теркәлгән. Бензин ташыусы машина шартлаған.
- Американың Санта-Ана ҡалаһында афиафажиғәлә 5 кешенең ғүмере өҙөлгән. Бәләкәй моторлы самолет аэропорттан 1 саҡырым алыҫлыҡта ергә ҡолай.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре