Бизнесҡа административ баҫымды кәметергә

Тулыраҡ: Бизнесҡа административ баҫымды кәметергә

Башҡортостанда инвесторҙарға һәм эшҡыуарҙарға бөтә шарттар булдырыла. Бөгөн республика хөкүмәтендә инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт Советының ултырышы үтте. Унда бизнесҡа административ баҫымды кәметергә, күп функциялы үҙәктәрҙә эшҡыуарҙарҙы хеҙмәтләндереүҙе, министрлыҡ-ведомстволарға инвестиция эшмәкәрлеге күрһәткестәрен яҡшыртырға ҡушылды. Шулай уҡ, инвесторҙарға льготалар булдырыу, һалымды кәметеү, закондарға һәм хоҡуҡи акттарға үҙгәрештәр индереү кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы. Ултырышта билдәләнеүенсә, инвестиция мөхите буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында 15-се урында килә. Ярты йыл эсендә төбәктә хаҡтар 1,7 процентҡа артҡан, ә хеҙмәт хаҡы 9 процентҡаса күтәрелгән.