Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһен үтәү маҡсатында 9 районда күперҙәр төҙөү һәм булғандарын төҙөкләндереүгә, 11 районда күперҙәр төҙөлөшөн проектлауға аҡса бүлергә ҡарар итте. Күперҙәрҙә хәрәкәт туҡталырға тейеш түгел. Мәсьәләләр килеп сыға икән улар тиҙ арала хәл ителәсәк. Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы Өфө-Белорет-Магнитогорск юлындағы күпер ҙә ремонт талап итә. Махсус комиссия 12 йыл элек уны тикшереп, капиталь ремонтҡа мохтаж икәнен асыҡлаһа ла, реконструкцияға тиклем барып етмәй. Тик асфалть япмаһын ғына алыштыралар. 40 йылдан ашыу элек төҙөлгән күпер бер тапҡыр ҙа ремонт күрмәгән.
Башҡортостанда тағы ла 20 күпер төҙөләсәк
Тулыраҡ: Башҡортостанда тағы ла 20 күпер төҙөләсәк