Сочила Татарстан малайының ямғыр канауына төшөп китеп һәләк булыуы тураһындағы аяныслы хәбәрҙан һуң, изге күңелле кешеләр иғтибарлыраҡ була башлаған. Был видео Өфөлә төшөрөлгән. Унан күренеүенсә Әй урамы буйлап китеп барған автомобилдең водителе, Бөрйән егете Илфат Йәмғурсин юл уртаһында асыҡ люк күреп ҡала. Ул шунда уҡ машинаһынан сығып, бер-нисә метр алыҫлыҡта ятҡан люктың ҡапҡасын алып килеп ябып ҡуя. Ошо егет һымаҡ тирә-яҡтағыларҙың яҙмышына битараф булмаған изге күңелле кешеләр күберәк булһа, Сочилағы кеүек фажиғәләр һаны кәмер ине.
Изге эштәр ҡылайыҡ
Тулыраҡ: Изге эштәр ҡылайыҡ