Теүәл егерме йыл элек республикала ошо бурысты биш һәм унан да күберәк тапҡыр тоғро үтәгән әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла башланы. Әсәлек даны миҙалының беренсе исемлегендәге дүртенсе һәм бишенсе миҙал алған ханымдар икеһе лә бер, ошо Йәммәт ауылында тыуып үҫкән. Бер мәктәптә белем алғандар. Хыялдары ла уртаҡ – ишле ғаилә ҡороп балалар тәрбиәләү булған. 1998 йылдың 10 сентябрендә Шаран районынан Иҙелбикә Гәрәева менән Көмөшбикә Ғәфиәтуллина Өфөлә Республика йортонда президент ҡулынан миҙал ала. Ул көн бөгөнгөләй хәтерҙә, ти Иҙелбикэ ханым. Дан миҙалының утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ үҙенсәлегенә Көмөшбикә Ғәфиәтуллина ысынбарлыҡта инана. Алты бала әсәһе награданы гел түшендә йөрөткәнгә генә аяуһыҙ янғын ялҡынынан аралап ҡала. Хәҙер – награда тик тантана уңайынан тағыла. Өр-яңы иркен йорт, тәҙрә төбө гөл-сәскә, ихатала мал-тыуар, ҡош-ҡорт, баҡсаһында йәшелсә-емеш. Ғәфиәтуллиндар бәхетен эштән күрә. Көмөшбикә Байрамғужа ҡыҙы 15 йәшенән алдынғы “Сөн” колхозында һыйыр һауған. Сирек быуаттан һуң һауынсы хеҙмәтен тәүҙә ашнаҡсыға, һуңынан ауыл клубы мөдиренә алмаштырған. Йәнә бер үҙенсәлекле һөнәре бар – Ҡаҙағстанда ташсы дипломын алған ханым ауылда мейес сығарыу менән шөғөл итә. Хаҡлы ялда ла эшһеҙ тормай. Дүрт улы, ике ҡыҙы һәм уларҙың 14 балаһы тип йәшәй. Ишле ғаиләлә үҫкән балалар хәҙер матур йолаларҙы үҙ ғаиләһендә нығыта. Ял көндәрендә төп йортта йыйылалар. Күмәк эштән һуң һый-хөрмәт әҙерләнә. Артур менән Гүзәлиә өс ҡыҙ бер ул тәрбиәләй. Ҡәйнә өлгөһөн ҡабатлар өсөн тәүәккәлек кәрәк. Йәммәттә тыуып-үҫеп Йәнәхмәт ауылына килен булып төшкән Иҙелбикә Гәрәеваның өлгөһөн өлкән ҡыҙы ҡабатлаған. Алты балалы Роза Анатольевна “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ. Әле ейән көтәләр. Гәрәевтарҙы ла эшһөйәрлек берләштерә. Ғаилә башлығы Анатолий Миңлекәй улының ҡулы белмәгән эш юҡ. Колхозда малсы ла, механизатор ҙа, электрик та булған. Балтасы һөнәре күңел йыуанысы. Үҙ йортон биҙәп кенә ҡалмай, ауылдаштарына ла һөйөнөс килтерә. Күп балалы атайҙарға миҙал бирмәгәндәре үкенес түгел, ти Анатолий Миңлекәй улы. Уның бар теләге — ғаилә имен, балалар сәләмәт булһын. Һаулыҡ булһа эш тә ырамлы. Ә ауылда һәр кемгә шөғөл етерлек. Егерме йыл элек тә, бөгөн дә данлыҡлы әсәләрҙе уртаҡ сифаттар берләштерә - улар хәстәрлекле, йомарт, егәрле һәм алсаҡ. Иҫтәлекле миҙалға ла ҡараштары оҡшаш. Өйҙә ул иң ҡәҙерле урында һаҡлана. Шаран районы Нөрәй ауыл биләмәһендә генә “Әсәлек даны” миҙалы менән 30 әсә бүләкләнгән. Республика буйынса бындай әсәләр һаны ете мең ярым.
Бар шундай һөнәр – улдар һәм ҡыҙҙар бағыу
Тулыраҡ: Бар шундай һөнәр – улдар һәм ҡыҙҙар бағыу