Өфөнөң Октябрь проспектында урынлашҡан Даско Гарден ресторан комплексында сыҡҡан янғын сәбәптәре асыҡлана. Бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығына ресторандың өсөнсө ҡатын ут ялмап алыуы тураһында хәбәр итәләр. Ресторанда ял итеүселәр тиҙ арала эвакуацияланған. Ғәҙәттән тыш хәл урынында әле янғын лабораторияһы белгестәре һәм тәүтикшереүсе эшләй. Ресторанға килтерелгән зыян күләме иҫәпләнә.
Өфөлә ресторан янды
Тулыраҡ: Өфөлә ресторан янды