Көтөлмәгән дауыл йәки халыҡ ниңә йорттарын страховкаламай?

Тулыраҡ: Көтөлмәгән дауыл йәки халыҡ ниңә йорттарын страховкаламай?

Благовещен районында дауылдан зыян күргән Осиповка ауылында йорттарҙы төҙөкләндереү дауам итә. Урындағы хакимиәт тәбиғәт ғәрәсәтенән күрелгән зыян күләмен иҫәпләй. Ҡот осҡос төндө Двойничковтар ғаиләһенә хәҙер иҫләп һөйләргә генә ҡала. Олатай-өләсәһенә ял итергә тип килгән ейән-ейәнсәрҙәре көслө дауыл сыҡҡан төндә төпкө бүлмәгә йоҡларға ятҡан. Секундына егерме метрғаса тиҙлек менән иҫкән ел арҡаһында өй ҡыйығы аҡтарылып тап балаларҙың өҫтөнә төшә.Бәхеткә күрә, балалар артыҡ зыян күрмәй. Тик аяҡ-ҡулдары ғына йәрәхәтләнә.Осиповка ауылында сыҡҡан көслө ел Ҡояшлы һәм Ялан урамдарындағы ундан ашыу өй ҡыйығын емерә. Күптәрҙең баҡсаларындағы уңышы зыян күрә, өй техникалары юҡҡа сыға. Көслө дауыл электр сымдарын да өҙә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә вәғәҙә итте, тип белдерҙе зыян күреүселәр. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, көслө дауыл сәғәт төнгө берҙә башлана. Емерелгән йорт-ҡаралтыһын хәҙер хужалар үҙҙәре ремонтлай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы алдағы көндәрҙә лә һауа торошоноң үҙгәреүсән һәм ел тиҙлегенең көслө булыуын иҫкәртә. Шуға ла ҡыйыҡһыҙ ҡалған халыҡ хәҙер йорттарын шыптыр менән ҡапларға йә иһә таҡталар менән сөйләп ҡуйырға мәжбүр. Һәр бер ғаилә тәбиғәт ғәрәсәтенән күрелгән зыянды бер нисә йөҙ мең һумға баһалай. Әйткәндәй, ҡыйыҡһыҙ ҡалған ундан ашыу йорттоң бер нисәүһе генә страховкаланғаны билдәле.