- Германияла сәнәғәт етештереүе күләме кәмей. Предприятиеларҙа заказдар күләме 4 процентҡа аҙайған. Аналитиктар белдереүенсә, илдә иҡтисади әүҙемлек насарая. Был тәү сиратта Америка менән Европа берлеге илдәре араһындағы сауҙа һуғышына бәйле.
- Бөйөк Британияның элекке ситл ил эштәре министры Борис Джонсон мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына ҡарата әйтелгән һүҙҙәре өсөн ғәфү үтенеүҙән баш тартҡан. Экс-министрҙы мосолмандар йәмғиәте, айырым депутаттар, хатта премьер-министр Тереза Мэй тәнҡиләп сыҡҡан.
- Испанияла баштарына эҫе ҡабып кәм тигәндә 9 кеше һәләк булған. Илдең метеорология агентлығы 40 градустан эҫе булған биләмәләрҙә ғәҙәттән тыш хәл индергән.
- Калифорнияла 115 мең гектарҙа урман янған. Төнъяҡ райондарҙан хакимиәттәр меңләгән кешене эвакуациялаған. 7 кеше һәләк булған. Штатта 14 меңдән ашыу янғын һүндереүсе ут менән көрәшә.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре