Өфөлә балалар күләүектә һыу ингән

Тулыраҡ: Өфөлә балалар күләүектә һыу ингән

Кисә Интернационал урамы 21-се йорт эргәһендә ямғыр яуғандан һуң ҙур гөрләүек барлыҡҡа килгән. Ошо йылға булып аҡҡан бысраҡ һыуҙа бер төркөм балаларҙың ятып аунағанын шаһиттар видеоға төшөрөп, интернетҡа һалған. Уның авторы ҡала хакимиәтенән һыу улаҡтарын яһауын һораған. Ә башҡалар Сочила ямғыр канауына төшөп китеп һәләк булған малайҙы иҫкә алып, Өфөлә ошондай уҡ күләүектә һыу инеүсе кескәйҙәр өсөн хәүефен белдергән.