Был йорттоң ишектәре тәүлек әйләнәһенә асыҡ

Тулыраҡ: Был йорттоң ишектәре тәүлек әйләнәһенә асыҡ

Изгелек өләшеү, ихлас аралашыу, ғибәҙәт ҡылыу өсөн. Мәсет халыҡты берләштереп кенә ҡалмай. Ул әхләҡ ҡағиҙәләрен нығытып ауылға ҡот бирә. Күңелдәге изгелеген башҡаларға өләшер мәле еткәнде Манфәс хәҙрәт кинәт аңлай. Ҡәҙимгесә тормош, эш, ғаилә, мөлкәт менән мәшғүл ир уҙаманы тәүҙә хаж ҡылыуға ихтыяж тоя. Ислам диненең изге урындарында доға ҡылып хажи дәрәжәһен алып ҡайтҡас та тыуған ауылында мәсет һалырға ҡарар итә. Туғандары һәм ауылдаштары һөйөнөсөнә бынан ун йыл элек Шаранбаш Кенәздә күркәм иман йорто асыла. Хәҙрәт уға әсәһе хөрмәтенә Факия тип исем бирә. Исем ҡушыу, никах уҡыу, һуңғы юлға оҙатыу – кеше ғүмере ошо ғәмәлдәрһеҙ тормай. Шатлыҡты ла, ҡайғыны ла уртаҡлашыр ҡәрҙәштәр йәшәү көсөн бирә. Изге доғалар тынысландыра һәм өмөттәрҙе нығыта. Ауыл кешеләре мәсеткә бер-береһе менән осрашып аралашыр өсөн килһә, балалар белем алырға теләй. 2015 йылдан бында мәҙрәсә эшләй. Дәрестәр ял көндәрендә үтә.Ғибәҙәт йортондағы мәҙрәсәлә тәртип ҡағиҙәләре ҡәҙимге мәктәптекенән артыҡ айырылмай. Күнегеүҙәр көнөнә өс сәғәт, дәрестәр ҡырҡ минут бара. Тәнәфестәр ихлас аралашыуҙар өсөн. Уҡыусыларҙан иһә ихтирам менән иғтибар талап ителә. Ҡыҙҙар менән малайҙар ғәрәп хәрефтәрен танырға һәм доға уҡырға бер бүлмәлә өйрәнә. Мәҙрәсәлә йәш буйынса ла сикләүҙәр юҡ. Иң кесе уҡыусыға 7, иң олоһона 17 йәш. Районда сүрәләрҙе яттан уҡыу буйынса ярыштар йыш ойошторола. Айһылыу Әхмәҙуллина шуларҙың береһендә икенсе урынды яулаған. Ҡаҙанышы менән маҡтанмай, бары әсәһенә һөйөнөс килтереүенән ҡәнәғәт.Ислам тарихы, ғәрәп теле, Ҡөрьән һәм уның тәфсирҙәре, хәҙистәр, шәриғәт нигеҙҙәрен өйрәнгән балалар артабан юғары дини уҡыу йорттарына юлланыу маҡсатын ҡуймай. Был белемдең тәрбиәүи мәғәнәһе ҡиммәт.Ағуна ояһылай ғына булһа ла мәсет төҙөгән кешегә Аллаһы ожмахта йорт әҙерләй. Ошо хәҙистең мәғәнәһен нығытып, мәсетте ауыл халҡы кешеләрҙе берләштереп татыу йәшәргә өйрәткән, насар ҡылыҡтарҙан аралап тәртипкә өндәгән ғибәҙәт йорто, тип ҡабул итә. Уның һәр кешегә айырым ғына түгел, ә тотош йәмғиәткә файҙа килтергәнен таный. Был хәҡиҡәтте хәҙер балаларҙың да аңлауы һөйөнөс.