Бөгөн дауыл сығыуы ихтимал

Тулыраҡ: Бөгөн дауыл сығыуы ихтимал

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы бөгөн урамға сыҡмаҫҡа кәңәш итә-дауыл сығыуы ихтимал. Елдең тиҙлеге ваҡыты менән секундына 26 метрға тиклем етеүе ихтимал. Ҡотҡарыусылар һауа торошо боҙола ҡалһа, балаларҙы, оло йәштәгеләрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан ике көн элек Өфөлә Черниковҡала боҙборсаҡ яуҙы, Иглинда 700-ләгән йорт утһыҙ ҡалғайны. Ә Благовещен районы Осиповка ауылында көслө ел йорт ҡыйыҡтарын алып ырғытты.