Һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтеләсәк

Тулыраҡ: Һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтеләсәк

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов күрһәтмәһенә ярашлы, Красноярск крайында вертолет ҡолау арҡаһында һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә берешәр миллион һум матди ярҙам күрһәтеләсәк. Бынан тыш, вахтовиктарҙың туғандарына һәм яҡындарына страховкалау компанияһынан, эш биреүсенән һәм авиакомпаниянан да компенсация ҡаралған. 4 августа Ми-8 вертолеты Ванкор — Пурпе рейсын башҡарғанда һәләкәткә осрағайны. Экипаж ағзалары һәм 15 вахтовик мәрхүм булды. Уларҙың етәүһе — Башҡортостандан.