- Америка беҙҙең илгә ҡарата яңы санкциялар индерә. Ҡушма Штаттар фекеренсә, Мәскәү, йәнәһе, Бөйөк Британияның Солсбери ҡалаһында химик ҡорал ҡулланған. Рәсми Мәскәү барлыҡ ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға.
- Аргентинала йәшәүселәр аборттарҙы легалләштереү тураһындағы закон буйынса сенат ҡарарын көтә. Был закон йәмғиәтте икегә бүлгән. Куба һәм Уругвайҙан һуң Аргентина аборттарҙы легалләштергән өсөнсө ил булыуы ихтимал.
- “Князь Владимир” лайнеры Сочи-Севастополь маршруты буйлап тәүге рейсҡа сыҡты. Техник сәбәптәр менән 9 палубалы лайнерҙың рейсы 29 апрелдән кисектерелә килде.
- Бөйөк Британияла янғын һүндереүсе утлы өйөрмәне видеоға төшөрөп алған. Был күренеш бер нисә сығанаҡтан ялҡын берләшкән осраҡта барлыҡҡа килә.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре