Өфөлә тарзанка менән ырғып 8 йәшлек малай умыртҡа һөйәген һындырған

Тулыраҡ: Өфөлә тарзанка менән ырғып 8 йәшлек малай умыртҡа һөйәген һындырған

Өфөлә йыл һайын парктарҙағы аттракциондарҙа балалар йәрәхәтләнә һәм дауаханаға эләгә. Июль аҙаҡтарында баш ҡаланың уртаһында урынлашҡан ял итеү урындарының береһендә тарзанка менән һикереп 8 йәшлек малай умыртҡа һөйәген һындырған. Хәҙер балаға кәмендә бер йыл дауаланырға кәрәк. Был видеоны Тимурҙың әсәһе төшөргән. Тарзанка менән шыуғанда 8 йәшлек малай ағасҡа бәрелеп, ергә ҡолай. Хәҙер бала дауаханала ята. Регина Елкина әйтеүенсә, тарзанка менән шыуыр алдынан бер кем дә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында инструктаж үткәрмәгән. Бынан тыш, ағас янында ҡалын кейеҙҙәр булмаған. Шуныһы ла мөһим, балаға махсус шлем кейҙермәгәндәр. Табиптар билдәләүенсә, малайҙың умыртҡа һөйәге һынған, әммә, хәҙер уның хәле яҡшы һәм йүнәлеүгә табан бара. Шулай ҙа, 8 йәшлек малайҙы оҙайлы дауаланыу көтә. Белгестәр әйтеүенсә, кәмендә 1 йыл реабилитация кәрәк. Был иһә ҙур сығымдар ҙа талап итә. Паркта иһә малайҙың арҡаһына ҡолауы тураһында хәбәрҙар. Тик, уның умыртҡа һөйәген һындырғанын белмәйҙәр икән. Етәкселек менән аралашҡандан һуң, беҙгә паркҡа инергә рөхсәт бирҙеләр.Күреүегеҙсә, парктағы атракцион эшләй. Балалар үҙҙәре йә ата-әсәләре ярҙамында шыуа. Был осраҡта бер-үҙе. Шуныһы ла ҡыҙыҡ, баланың башында хәҙер шлем бар.Прак белгестәре шунда уҡ аҡланырға тотондо. Хәҙер бында бөтә хәүефһеҙлек саралары күрелә. Был ваҡиға менән хәбәрселәр ҡыҙыҡһыныуын белгәс, парк етәкселеге шунда уҡ дауаханаға барып малайҙың хәлен белеп ҡайтҡан. Улар балаға дауаланыуҙа ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләй. Ә Регина Елкина хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза менән мөрәжәғәт иткән дә инде. Әсә парк вәкилдәре менән судлашырға йыйына.

Табиптар билдәләүенсә, йыл һайын төрлө атракциондарҙа бихисап бала йәрәхәтләнә. Шуға күрә ата-әсәләргә ял иткән ваҡытта ла иғтибарлы булырға кәңәш ителә.