Асыҡ кәштәләрҙә спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйырға тәҡдим ителә

Тулыраҡ: Асыҡ кәштәләрҙә спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйырға тәҡдим ителә

Дәүләт Думаһы Рәсәйҙә аҙыҡ-түлек магазиндарында асыҡ кәштәләрҙә спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйырға тәҡдим итә. Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ошондай тәҡдим менән сыҡты. Хәмерҙе, тәмәке кеүек үк, һатып алыусылар күҙенән йәшерергә кәрәк, тип белдерә комитет рәйесе. Кибеттәрҙә алкоголдең иркен һатылыуы өлкәндәр өсөн генә түгел, балалар өсөн дә кире өлгө, тип билдәләне парламентарий.