Республика ҡаҙнаһын тулыландырыуҙағы төп сығанаҡтар әле килемгә һалынған йыйымдар һәм мөлкәт өсөн түләүҙәргә тура килә. Быйыл, мәҫәлән, төбәк бюджетына бер юлы 16 миллиард 500 миллион һумлыҡ һалым индерелгән. Был “Башнефть” компанияһының һалымы. Ошо хаҡта бөгөн Хөкүмәт Премьер–министры Рөстәм Мәрҙәнов бюджет килемдәре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында белдерҙе. Хөкүмәт рәйесе әйтеүенсә, быйыл реаль эш хаҡы 9 процентҡа үҫкән. Шул уҡ ваҡытта юл карталары үтәлешенә лә ентекле баһа бирергә кәрәк. Тап ошо программа бюджет килемдәрен үҫтереү нигеҙе булып тора. Ябайлаштырылған һалым түләүҙәре лә хәҙер урындағы бюджеттарға ҡалдырылыуы бар.
Башҡортостанда һалым түләүҙәре арта
Тулыраҡ: Башҡортостанда һалым түләүҙәре арта