Республикала “Цифраны тоҡандыр” акцияһы старт алды

Тулыраҡ: Республикала “Цифраны тоҡандыр” акцияһы старт алды

“Рәсәй-Башҡортостан” каналының “цифралы десант”ы тәүгеләрҙән булып Дыуан районы үҙәге Мәсәғүткә төштө. Улар РТРС хеҙмәткәрҙәре менән бергә урындағы халыҡҡа заманса сифатлы телевидение — мультиплекстың үҙенсәлектәрен аңлатып, “цифраны тоҡандырырға” ярҙам итте. Тамашасылар бүләкһеҙ ҙә ҡалманы, цифралы приставкаларҙан тыш, төп приз – телевизор ҙа уйнатылды. Тап Дыуан районында "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы РТРС менән берлектә ойошторған "Цифраны тоҡандыр" акцияһы старт алды. Район үҙәге Мәсәғүттең мәҙәниәт йорто цифралы телевидениеның мөмкинлектәре менән танышырға теләүселәр менән тулы ине. “Рәсәй-Башҡортостан” каналының “цифралы десант”ы урындағы халыҡҡа мультиплекс ҡоролмаларының эшләү тәртибен күрһәтеп, уның бөтә нескәлектәрен аңлатып, "цифраны тоҡандырырға" ярҙам итте.Концерт номерҙары конкурстар менән үрелеп барҙы. Алып барыусыларҙың һорауҙарына дөрөҫ яуап ҡайтарыусыларға бүләктәр тапшырылды. Ә төп призды – цифралы телевизорҙы йәш тамашасыларҙың береһе Сынбулат Нурғәлин алды. Сәхнә түренә райондың күп балалы ғаиләләрен дә сығарҙылар. Уларға Рәсәй теле һәм радио тапшырыуҙар селтәре цифралы приставкалар тапшырҙы. Акция юҡҡа ғына Дыуан районында старт алмай, бында цифралы телевидение тәүгеләрҙән булып килде. Башҡортостанда цифралы сигнал менән тәьмин итеүсе 200-ҙән ашыу телевизион вышка төҙөлдө. Уларҙың өсәүһе Дыуан районында. 2017 йылда барлыҡҡа килгән Мәсәғүт башняһы эргә-тирәләге 16 ауылды юғары сифатлы сигнал менән тәьмин итә. Дөйөм алғанда, районда 28 меңдән ашыу кеше цифралы телевидениены бушлай ҡарай ала. Әйткәндәй, быға тиклем районда аналогта 4 кенә канал булһа, хәҙер урындағы халыҡ ике мультиплекста бушлай 20 телеканал ҡарап, өс радиоканал тыңлай ала. Өҫтәүенә, цифралы сигнал күпкә яҡшыраҡ, уның һүрәте лә сағыу, тауышы ла сифатлы. “Цифраны тоҡандыр” акцияһы республиканың башҡа райондарында ла үтәсәк. Уның барышы менән “Рәсәй-Башҡортостан” каналындағы программалар аша танышып барырға мөмкин. Ә Мәсәғүттән тулы репортажды киләһе аҙна “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында ҡарағыҙ.