Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Мәскәү Американың яңы санкциялары Хельсинкилағы саммиттан һуң ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә ҡамасаулай тип белдерҙе. Сит ил эштәре министрлығы антисанкциялар әҙерләнеүе тураһында хәбәр итте. Ведомствоның рәсми вәкиле Мария Захарова Вашингтондың был аҙымын ике йөҙлөлөк тип баһаланы. Америка снкциялары 22 августа ғәмәлгә инә.
  • Францияла эҫе көнләр ямғырҙар менән алмашынған. Ҡайһы бер департаменттарҙа ямғыр һыуҙары туристар лагерҙарын, автомобилдәрҙе ағыҙып алып киткән. 700 кеше эвакуацияланған.
  • Йемендың Саада виләйәтендә автобус утҡа тотолған. 15 йәшкә тиклемге 29 бала һәләк булған, 30 бала яраланған. Авиаһөжүм Сәғүд Ғәрәстаны етәкселегендәге ғәрәп коалицияһы тарафынан яһалған тип хәбәр ителә.
  • Аргентинаның башҡалаһы Буэнос-Айреста халыҡ ауырға ҡалыуҙың тәүге 14 көнөндә аборттарҙы легаллаштереү тураһындағы закондың ҡабул ителмәүенә ҡаршылыҡ белдереп урамдарға сыҡҡан.