Сәләмәт булһын кескәйҙәр

Тулыраҡ: Сәләмәт булһын кескәйҙәр

Республика кардиология үҙәгендә “Башҡортостан сабыйҙарына-сәләмәт йөрәктәр” проекты сиктәрендә Өфө табиптары менән берлектә Мәскәү һәм Томск ҡалаһы кардиохирургтары биш йәшлек балаға ҡатмарлы операция эшләне. Тыумыштан йөрәк кәмселеге менән ауырыған сабыйға яңы махсус протез-кондуит ҡуйылды. Республика кардиология үҙәгендә “Башҡортостан сабыйҙарына-сәләмәт йөрәктәр” проекты сиктәрендә быйыл кардиохирургтар 4-се операция эшләй. Операция өҫтәлендәге Кирилл тыумыштан йөрәк кәмселеге менән яфалана. Табиптар билдәләүенсә, баланың организмында үпкәгә ҡан ебәреүсе тамыр етешмәй. Сабыйҙың әсәһе Елена Козлова һөйләүенсә, йөклөлөк яҡшы үтә, шуға ла баланың йөрәк сире менән тыуыуын улар күҙ алдына ла килтермәгән.Һөҙөмтәлә, балаға табиптар махсус протез – кондуит ҡуя. Әммә, билдәле булыуынса, сабый үҫә килә, протез бәләкәйә. Йөрәк тибеше яҡшы булһын өсөн, хирургтарға ҡуйылған протезды алыштырырға тура килә. Баланың йөрәгенә операцияны ни тиклем иртәрәк эшләһәләр, шул тиклем уңышлыраҡ була, тип һанай кардиохирургтар. Был сабыйға ни бары биш йәш. Иң тәүге операцияны ул донъяға килгәс тә кисерә.Кириллға хәҙер хирургтар иҫке кондуитты алып, яңыһын ҡуясаҡ. Яңы протез, табиптәр билдәләүенсә, яҡынса ете йыл хеҙмәт итәсәк. Ә үҫмер саҡта иһә, кондуитты алыштырыу талап ителмәй. Өфө кардиохирургтары менән берлектә Мәскәү һәм Томск ҡалаһы белгестәре лә ҡатмарлы операция үткәрҙе. “Башҡортостан сабыйҙарына-сәләмәт йөрәктәр” проекты сиктәрендә улар баш ҡалала өсөнсө тапҡыр ҡатнаша һәм аҙна дауамында йөрәк сире менән яфаланыусы сабыйҙарға операция эшләйәсәк.Кескәй йөрәктәргә операция эшләү ҙур яуаплылыҡ һәм иғтибарлылыҡ талап итә. Башҡа ҡала белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашыу – ҙур һөҙөмтә бирә. Йөрәк кәмселеге ауырыуын бала тыуыр алдынан уҡ билдәләү -кардиохирургия өлкәһенең төп маҡсаты булып тора. Әле иһә яһалма ҡан әйләнеше буйынса операциялар эшләүҙә Башҡортостан бишенсе урынды биләй. Республикала ғына бер йыл эсендә ике меңдән ашыу ошондай уҡ операция эшләнелә.