Урындағы халыҡ йәшеллекте һаҡлап алып ҡалыу өсөн көрәшә. Бар ғүмерен ошонда үткәргән Виктор Куванин ағастарҙың күҙ алдында сереүен тыныс ҡына кисерә алмай. Бар бәләне ул йылғаны ҡом-тупраҡ менән ҡаплаған хакимиәткә япһара.Урман һаҙлыҡтан ғына түгел, ә бында килтереп түккән суп-сарынан дә зыян күрә.Урман эсен биләп алған һаҙлыҡ, яйлап яҡын-тирәләге шәхси йорттарҙың баҡсаһына ла тарала. Емеш ағастары урынында бында хәҙер ҡамыш гөрләп үҫә.Урындағы халыҡ төрлө урынға мөрәжәғәт итеп ҡараған. Яуап юҡ. Хәҙер инде уларға йәшеллектең юҡҡа сығыуын күҙәтергә генә ҡала. Халыҡ был сетерекле мәсъәлә буйынса бер ниндәй ҙә сара күрелмәй, тиһә лә, хаҡимиәт хеҙмәткәрҙәре иһә икенсе фекерҙә. Калинин районы вәкилдәре халыҡҡа сабырлыҡ тупларға кәңәш итә. Ямғырлы көҙ миҙгеле башланғансы был хәлде мотлаҡ рәүештә тәртипкә килтерербеҙ, тип вәғәҙәләй улар.
Инорс биҫтәһендәге урмандың һаҙлыҡ арҡаһында юҡҡа сығыуы ихтимал
Тулыраҡ: Инорс биҫтәһендәге урмандың һаҙлыҡ арҡаһында юҡҡа сығыуы ихтимал