Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Румыния генераль прокуратураһы Бухареста хөкүмәткә ҡаршы акцияла тәртип һаҡлаған жандармдарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты. Ил президенты ла манифестацияла ҡатнашыусыларҙы ҡыуғандда хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡулланған алымдарҙы тәнҡитләгән. 450-ләп кеше йәрәхәтнгән акцияла ҡатнашыусылар парламентты таратып, ваҡытынан алда һайлауҙар үткәреүҙе талап иткән.
  • НАСА Ҡояшты өйрәнеү өсөн махсус зонд осорған. Ноябрҙә был аппарат ҡояшҡа 6 миллион саҡырымға яҡынлашырға тейеш. 2025 йылға тиклем зонд ҡояш тирәләй 24 тапҡыр әйләнеп ергә төшәсәк.
  • Америкала аэропорт хеҙмәткәре самолетты ҡыуып алып киткән. 29 йәшлек ир самолетты нисек ултыртырға белмәгән, һауа судноһы ҡолаған. Полицияла фажиғәне террор менән бәйләмәйҙәр.