Тажикстанда махсус миссия

Тулыраҡ: Тажикстанда махсус миссия

Таджикистанға командировкаға ебәрелгән Башҡортостан уҡытыусылары контрактты тағы ла 1 йылға оҙайтҡан. Федераль проект буйынса былтыр Таджик республикаһы мәктәптәренә Рәсәйҙән 30 мөғәллим ебәрелгәйне. Иң ҙур делегация Башҡортостандан – 10 уҡытыусы. Уларға киләһе уҡыу йылында тағы ла 3-әү ҡушыла. Кисә генә Вячеслав Ломовцев һәм Азамат Әмиров Таджикистан уҡыусыларын Рәсәй уҡыу йорттарына әҙерләй ине, бөгөн уларҙың илдәге иң яҡшы ВУЗ студенттары булып китеүен ишетеп һөйөнәләр. Улар икеһе лә федераль программа буйынса элекке союздаш республикала бер йыл эшләп ҡайтты. Тәҡдим булғас оҙаҡ уйлап торманым, ти математика уҡытыусыһы.Улар икеһе лә Бустон ҡалаһындағы Президент мәктәбендә уҡытҡан. Таджикистан балаларында белемгә ынтылышы көслө тип хайран ҡалып һөйләй ауыл мәктәбе уҡытыусылары, белем биреү программаһы совет осоронан артыҡ үҙгәрмәһә лә тәртип, талап көслө ти улар.Таджикистанға Рәсәй уҡытыусыларын ебәреү идеяһы бер нисә йыл элек барлыҡҡа килде. Ике ил араһында мәҙәни – мәғариф тәжрибә уртаҡлашыу тураһында килешеү Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Таджикистан президенты Эмомали Рахмон осрашыуында нығынды. Федераль программа буйынса үткән уҡыу йылында Рәсәйҙән 30 уҡытыусы, шул иҫәптән Башҡортостандан 10 мөғәллим Таджикистан мәктәптәрендә белем бирҙе. Республиканан сит илдә эшләп ҡайтҡандарҙың барыһы ла контрактты 1 йылға оҙайтҡан, яңы уҡыу йылында уларға өҫтәп тағы ла 3 уҡытыусы барасаҡ.Тажикистанда махсус миссия менән эшләп ҡайтырға теләүселәр бик күп тип билдәләйҙәр Мәғариф министрлығында. Сөнки, уҡытыусыларға ҡабул итеүсе мәктәп, уға өҫтәп федераль бюджеттан эш хаҡы түләнә. Бустон ҡалаһындағы Президент мәктәбендә уҡытып ҡайтҡан Ғафури егеттәре, хәҙер киләһе коммандировкаға йыйына. Улар был юлы үҙҙәре менән күберәк уҡыу әсбаптарын тейәп барасаҡ. Сөнки, Таджикистанда рус телен өйрәнергә һәм белем алырға теләк көслө ти улар.