Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең оҫталығын һынай

Тулыраҡ: Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең оҫталығын һынай

Ил Президенты гранты иҫәбенә үткәрелгән «Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡулдары менән» Бөтә Рәсәй фестиваленең һайлап алыу туры үтеп, финалистар исемлеге асыҡланды. Улар араһында Башҡортостандан да оҫтабикә бар. Кем ул? Ләйсән Тимербулатова таныштыра. «Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡулдары менән» Бөтә Рәсәй фестивале финалына илдең төрлө төбәктәренән оҫталар саҡырыу алған. Унда бәйләү, тегеү, сигеү өлгөләре, таштан, һөйәктән юнылған әйберҙәр һәм башҡа бик күп төрлө ҡул эштәре күрһәтеләсәк. Башҡортостан данын Гүзәл Кәримова яҡлай. Ул эшләгән түшелдеректәр фестиваль комиссияһы ағзаларын таң ҡалдырған.50-ләп түшелдерек юлға әҙер. Сентябрь аҙағына тиклем тағы ла 3 түшелдерек эшләргә ниәтләй Гүзәл. Милләттәштәребеҙ быуындан-быуынға тапшыра килгән оҫталыҡты юғалтырға ярамай, ти ул.Оҫталыҡ серҙәрен ҡыҙы Зәлифә лә бәләкәйҙән төшөнөп үҫә.Фестиваль күргәҙмәһендә бер нисә төр түшелдерек күрәһетәләсәк. Был традицион селтәрҙәр. бер нисәү. суҡлылары бар, бында боронғо кҡөмөш аҡсалар тағылған. традицион түшелдеректәремде, улар 6-7 алып барырға уйлайым. Беҙ традицияларҙан тайпылмаҫҡа тейешбеҙ тигән уйҙа мин.Яратҡан шөғөлдә лә, балалар тәрбиәләүҙә лә әсә йолаларға төп урынды бирә.6 йәшлек Зәлифә өләсәһе, әсәһе кеүек рухлы булып үҫеп килә. Милли кейемдең ни тиклем мөһим булыуын, ул өлкәндәр миҫалында күреп белә. Көн һайын йоҡлар алдынан Гүзәл мотлаҡ ике сәғәт ваҡытын түшеледеректәр эшләүгә бүлә. Күңел талабы шулай, ти ул һәм фестивалгә ҙур маҡсаттар ҡуя.Яҡташыбыҙ маҡсатына ирешерме? Быныһын инде беҙ 29-30 сентябрҙә Ҡазанда үткән финал йомғаҡтары аша белербеҙ.