Стәрлетамаҡта пенсионерҙы туҡмаған егет бәйләнешкә сыҡҡан

Тулыраҡ: Стәрлетамаҡта пенсионерҙы туҡмаған егет бәйләнешкә сыҡҡан

Мин бер кемдән дә ҡасмайым, эшкә киттем тип яҙған ул үҙенең социаль селтәрҙәге битендә. Оло йәштәге ирҙе туҡмаусы егеткә 25 йәш, уның исеме Динислам. Пенсионер автомобиль водителенә иҫкәртеү яһағас, егет машинаһынан сығып уға ташлана һәм туҡмай башлай. Быны яҡындағы автомобилдең видео теркәүесе яҙып алған. Егетте ниндәй яза көтөүе әлегә билдәле түгел.