Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Абхазияла көньяҡ хәрби округтың һауа десанты күнекмәләр сиктәрендә яр буйын шартлы дошмандан һаҡлау өсөн Гудаута полигонына төштө. Күнекмәлә 2 мең 500 хәрби, 600 берәмеа техника, шул иҫәптән “Аллигатор” вертолеттары ҡатнашҡан.
  • Ленинград өлкәһендәге “Петрофлекс” заводында янғын сыҡҡан. Фажиғә урынына Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығының оператив төркөмө лә саҡыртылған.
  • Рәсәй сәйәхәтсеһе Юрий Бурлак дуҫы Владимир Лихачев менән Севастополдан Истамбулға 20 көн эсендә йөҙөп барып етте. Юрийға 10 сәғәт буйына 500 килограмлыҡ резина һалды тартырға тура килә. Владимир ашарға бешереүсе һәм табип вазифаларын башҡарған.
  • Күктә йондоҙҙар атыла башланы. Был Персеида ағымы. Белгестәр тәбиғәттең был күренешен ҡаланан ситтә күҙәтергә кәңәш итә.