Табиптар башта 3Д принтерҙа зарарланған органдың моделен төҙөгән. Беҙҙең хәбәрселәр операция үҙенсәлеге менән танышты. Ауырыуға башта компьютер һәм магнит-резонанс томографияһын үткәрәләр. Яман шешле ағза янында һөйәктәрҙең, ҡан тамырҙарының нисек урынлашыуы, шештең һәм һау өлөштөң үлсәмдәре теркәлә. Лаборатория белгестәре артабан эске органдарҙың үлсәмдәрен хирургтарға тапшыра. Зарарланған ағзаны тулыһынса күреү, өйрәнеү өсөн уның 3Д моделе төҙөлә.Был модель 40 йәшлек ҡатындың бөйөрө. Табиптар ҡатындың ике яҡ бөйөрөндә лә шеш таба.Операцияны яңы алым менән үткәреү ауырыуҙың ике ағзаһын да һаҡлап алып ҡалырға ярҙам иткән. Хирургтар компьютер томографияһы үлсәмдәренә ярашлы башта принтерҙа ҡойолған бөйөргә операция яһай. Ысын операция барышында бөтә аҙымдар ҙа теүәл башҡарыла.Киләсәктә табиптар органдарҙың 3Д моделен төҫлө итеп эшләргә ниәтләй. Ағзаның бер төҫтә, шештең икенсе төҫтә булыуы хиркргтарҙың эшен тағы ла еңелләштерәсәк.
Республикала беренсе тапҡыр яман шешкә операция яңы алым менән башҡарылды
Тулыраҡ: Республикала беренсе тапҡыр яман шешкә операция яңы алым менән башҡарылды