Быйыл 1-се класс уҡыусыһын мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә, ҡайҙа нимә һатып алырға мөмкин? Лаура тәүге тапҡыр мәктәпкә барасаҡ көнөн түҙемһеҙләнеп көтә. Ҡыҙҙың ата-әсәһе уҡыу кәрәк яраҡтарын йәй башынан уҡ йыйнай башлаған, шуға белем йортона барыу өсөн бар нәмәлә әҙер, тиергә мөмкин. Кибеттәрҙә теләгән әйберҙе һайлап алырға мөмкин. Баш ҡаланың сауҙа нөктәләре, баҙарҙары, береһенән-береһе уҙҙырып мәктәп йәрминкәләре ойоштора. Ҡарап йөрөп алыу мөмкинлеген бар, ти ҡыҙын беренсе класҡа әҙерләүсе Лилиә Лоғоманова.Мәктәп формаһының, портфелдәрҙең, ручка-ҡәләмдәрҙең төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша. Һәр кем, үҙенең кеҫәһенә, әйберҙең сифатына ҡарап, күңеленә оҡшағанын эҙләй.Кейем һайлағанда иһә, мәктәп йә гимназияларҙың талабынан сығып эш итергә кәрәк. Етештереүсе мөһим булмаһа, махсус йәрминкәләрҙән һайларға мөмкин. Бында костюмдарҙы 2 мең 500 һумдан алырға мөмкин.Күлдәк-костюмдар, салбар-галстуктар, аяҡ кейемдәренән башҡа уҡыу кәрәк-яраҡтары өсөн дә бер-нисә мең сығарып һалырға кәрәк булыр.Ата-әсәләрҙең һәм һатыусыларҙың әйтеүе буйынса, бер уҡыусыны мәктәпкә әҙерләү өсөн яҡынса 15 меңдән 20 меңгә тиклем аҡса талап ителә.
Ҡыҙҙар өсөн кәрәк-яраҡтарға күҙ һалһаҡ:
•Мәктәп формаһы – 1мең 800ҙән алып -5мең 500 һумға тиклем
•Туфли – 1000 һумдан башлана
•Спорт формаһы яҡынса 1000 һумдан – өс мең һумға тиклем
•кроссовкалар – һигеҙ йөҙ һумдан.
•Канцелярия тауарҙарына хағ яҡынса 1 мең 500 һум
Малайҙар өсөн кәрәк-яраҡтар:
•Костюм– 4000 мең һумдан башлана
•Ак күлмәк – 500 – 1500 һумға тиклем
•Галстук – 300-500 һум
•Аяҡ кейеме – 1мең100 һумдан алып -3000 һумғаса
•Спорт формаһы – 1000меңдән – 4 меңгәсә
•Кроссовкалар – 1мең 500 һумдан башлап 5 меңгәсә
• канцелярия тауарҙары өсөн хаҡ – 1000-1мең 500 һум.
Портфелдәр ике мең һумдан башлана.Бынын тыш, гөлләмәләр хаҡында ла онотмайбыҙ. Уларҙы бер мең һумдан башлап алырға мөмкин. Бер уҡыусыны ғына мәктәпкә әҙерләү өсөн байтаҡ аҡса талап ителә. Ә ғаиләлә бер-нисә уҡыусы булһа, был һанды ике-өскә ҡабатларға кәрәк. Белем үрҙәрен яулау йылдан-йыл ҡиммәтләнә.