Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында «Дим буйы йәштәре йыйыны» уҙҙы. Сараны район хакимиәте менән берлектә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты, Дәүләкән районы мөхтәсибәте, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.Йыйындың маҡсаты — төрлө милләт һәм дин тотҡан йәштәргә аралашыу өсөн берҙәм майҙансыҡ булдырыу, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе, йәш быуындың социаль берҙәмлеген нығытыу, ти сараны ойоштороусылар.Сарала йәштәр араһында айыҡ тормош алып барыу, үҫеп килгән йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү, уларҙы тәртип боҙоуҙарҙан аралау мәсьәләләре тикшерелде.
Дим буйы йәштәре йыйыны
Тулыраҡ: Дим буйы йәштәре йыйыны