Өфө районында эт үлеме буйынса суд ултырышы булырға тейеш

Тулыраҡ: Өфө районында эт үлеме буйынса суд ултырышы булырға тейеш

Сәйетғәлиевтар ғаиләһе йорт хайуанының үлемен күршеләренең ҡорттарынан күрә. Йөҙҙән ашыу ҡорт этте сағып үлтергән, тип һанай улар. Любовь Сәйетғәлиева өйҙә булмаған саҡта, бәйҙә торған этте күршеләренең ҡорттары сағып үлтергән. Эттең тап ҡорттан сағылып үлеүен ветеринар табиптар ҙа иҫбатлағанКүршеләре умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлағас, эргә-тирәгеләр ихатала тыныс йөрөп булмай, тип зарлана. Әйткәндәй, күптәрҙең тап ҡорт сағыуына аллергия булыуы ла билдәле. Әммә умартасы урындағы халыҡтың зарланыуына ҡоаҡ та элмәй.Эттең үлеменән һуң, Сәйетғәлиевтар ғаиләһе күршеләренә умарталарын икенсе урынға күсереүен һорай. Закон буйынса, умарталар күршеләр ихатаһынан ун метрға алыҫыраҡ урынлашырға йә иһә ике метрлыҡ ҡойма менән ҡапланырға тейеш. Әммә беҙҙең осраҡта был ҡағиҙәләрҙең береһе лә теүәл үтәмәгән.Күршеләре белдереүенсә, хужа умартаны быйыл яҙғыһын ултырта. Баҡсала бөтәһе ун умарта булған. Сәйетғәлиевтар ғаиләһе һүҙҙәренсә, уның ҡорт үрсетергә бер ниндәй ҙә кәрәкле ҡағыҙҙары юҡ.Умартасылар күршеләре менән аралашыуҙан баш тартты. Ҡорт сағыуынан ыҙаланған Яңы Ҡарашиҙе ауылы халҡы был мәсьәләне хәл итеүҙәрен һорап, полиция хеҙмәткәрҙәренә ғариза яҙған.Хужа умарталарын икенсе урамға күсереп мәсьәләне үҙенсә хәл итергә тырышҡан. Сәйетғәлиевтар ғаиләһе иһә эт үлеме буйынса судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына.