- Һуғыш ваҡытында Ливанға ҡасҡан Сүриә халҡы йорттарына ҡайта башлаған. Террорсыларҙы еңеү тураһында иғлан итеү менән 25 мең кеше тыуған иленә кире ҡайтҡан.
- Тверь өлкәһендә тауар поезын талағандар. Федераль именлек хеҙмәте енәйәтселәрҙең ҡырын эшен тулыһынса видеоға төшөргән. 35 кеше, шул иҫәптән 21 кеше енәйәт урынында ҡулға алынған.
- Американың Пейсон ҡалаһында йәшәүсе ҡатыны менән талашҡандан һуң еңел моторлы самолетына ултырып осоп китә. Әммә бер-нисә минуттан һуң ул затлы йортона бәрелә. Ярһыған пилот һәләк булған.
- Генуяла күпер емерелеп кешеләр һәләк булыу сәбәпле өс көнлөк матәм иғлан ителгән. Авария ваҡытында күперҙә кәм тигәндә 10 машина булған. Улар бетон менән бергә 100 метрлыҡ бейеклектән ҡолаған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 35 кеше һәләк булған. Франция сигенә иткән был магистралде сәскәләр юлы тип йөрөтәләр.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре