Киләһе йылда Өфө дәүләт циркын ваҡытлыса файҙалана башларға мөмкин

Тулыраҡ: Киләһе йылда Өфө дәүләт циркын ваҡытлыса файҙалана башларға мөмкин

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй дәүләт цирк компанияһы»ның генераль директоры Дмитрий Иванов менән осрашты. Унда Өфө дәүләт циркын реконструкциялау, төбәктә цирк сәнғәтен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Дмитрий Иванов әйтеүенсә, киләһе йылда Өфө дәүләт циркын ваҡытлыса файҙалана башларға мөмкин. Шунан һуң бинаны реставрациялауға әҙерлек башланырға тейеш, сөнки ул мәҙәни мираҫ объекты булып тора. Эштәрҙең яҡынса хаҡы 970 миллион һум. Яҡтар Рәсәй Хөкүмәтенә һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына аҡса бүлеү һәм реставрацияны алдараҡ үткәреү тураһында тейешле хат менән мөрәжәғәт итергә һөйләште. Республика, үҙ сиратында, берлектә финанслау шарттарында ошо эштә ҡатнашырға әҙер. Өфө дәүләт циркы – «Рәсәй дәүләт цирк компанияһы» филиалы. Ул Башҡортостандың мәҙәни үҙәктәренең береһе һәм төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы. Бина ремонт-реставрациялау эштәрен башҡарыуҙы талап итә. Өфө дәүләт циркы федераль предприятиеның филиалы булғанлыҡтан, был мәсьәлә Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы кимәлендә хәл ителә.