Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында күҙҙәре насар күргән һәм бөтөнләй күрмәгән кешеләр өсөн белешмә әҙерләнде. Брайл шрифты менән баҫылған документты уҡып, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттарҙы һайлауға бәйле мәғлүмәттәр алырға мөмкин. Был иһә күреү һәләтенән мәхрүм булған кешеләргә уңайлы. Башҡортостанда 260 меңдән ашыу мөмкинлеге сикләнгән кеше йәшәй. Был дөйөм һайлау хоҡуғына эйә булғандарҙың 10 процент тирәһе. Шуларҙың 7 меңгә яҡыны күреү һәләтенән мәхрүм булғандар.
Һуҡырҙар өсөн белешмә
Тулыраҡ: Һуҡырҙар өсөн белешмә