Ғафури районындағы Усолка киҫеме донъя эталонына әйләнәсәк

Тулыраҡ: Ғафури районындағы Усолка киҫеме донъя эталонына әйләнәсәк

Ғалимдар билдәләүенсә, ул геология дәүерен өйрәнеү мөмкинлеген бирә.Рәсәйҙәге беренсе „алтын ҡаҙаҡты„ Ғафури районында ҡағыу юҡҡа түгел. „Усолка„ киҫеме Һамар ҡатламының иң мөһим урыны булып һанала.Геология фәндәрен өйрәнеүсе ғалим Башҡортостандағы тау киҫемдәрен тикшереү өсөн бер-нисә тиҫтә йыл талап ителде, ти. Ҡайһы бер өлөштәрендәге органик ҡалдыҡтарҙы күреп иҫ китерлек, бындағы таштар 290 млн йылдан ашыу тарих һаҡлай.Бар тикшеренеүҙәр егерменсе быуаттың 80-се йылдарында башланып китә. Красноусол минераль һыуҙарын өйрәнергә тип килгән бер төркөм ғалимдар көтмәгәндә үҙҙәре өсөн асыш яһай. Стратиграфия буйынса халыҡ-ара комиссия 40 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, был урынды рәсми рәүештә геология объекттарының эталоны итеп ҡабул итә.Белгестәр билдәләүенсә, был тау тоҡомона 250 млн йылдан ашыу.... Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, тап ошо урын, йәғни Красноусол шифаханаһы эргәһендәге тау һыҙаты киләсәктә тотош донъя кимәлендә әһәмиәтле буласаҡ.